Это интересно

  • ОКД
  • ЗКС
  • ИПО
  • КНПВ
  • Мондиоринг
  • Большой ринг
  • Французский ринг
  • Аджилити
  • Фризби

Опрос

Какой уровень дрессировки необходим Вашей собаке?
 

Полезные ссылки

РКФ

 

Все о дрессировке собак


Стрижка собак в Коломне

Поиск по сайту

Агидель журнал на башкирском языке официальный сайт


Литературно-художественный и общественно-политический журнал Агидель на башкирском языке

Сентябрь 2017

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

Халыҡ-ара бәйләнештәр

Августа Төркиәнең Истамбул ҡалаһында төрки донъяның йәш яҙыусылары йыйыны булды. Унда 22 илдән шағирҙар һәм яҙыусылар йыйылды. Башҡортостандан был сарала өс әҙип ҡатнашты: Айгиз Баймөхәмәтов, Денис Ғилманов, Кристина Андрианова-Книга. Төркиәнең мәҙәниәт һәм туризм министры, Евразия Яҙыусылар союзы ойош­торған йыйында йәштәр бер-береһе менән танышып, киләсәккә ниәттәр ҡорҙо, төрлө илдәрҙән килгән абруйлы әҙиптәрҙән оҫталыҡ дәрестәре алды.

Артабан уҡырға

Сентябрь 2017
Китап кәштәһе

Ҡырғыҙ халҡының мәшһүр эпосы “Манас” башҡорт телендә лә донъя күрҙе. 500 мең юлдан торған әҫәрҙе тәржемә итеү буйынса 5 кешенән торған төркөм ике йыл эшләгән. Китаптың тәүге данаһын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан президенты Алмазбек Атамбаевҡа бүләк итте. Тарихсы һәм журналист, тарих фәндәре кандидаты Азат Ярмуллиндың «У истоков Башкирской Республики» тигән китабы Башҡортостан Республи­каһының 100 йыллығына арналған. Унда республикабыҙҙы төҙөүгә ҙур өлөш индергән 60 шәхестең биографияһы бәйән ителә. Тәүге дәүләт органдары, милли хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың исемлектәре, тәүге йылдарҙа ҡабул ителгән документтар, шул осорҙағы фотолар ҙа тупланған. 

Артабан уҡырға

Сентябрь 2017
Закир ӘҠБӘРОВ

БОҘОҠ ТЕЛЕФОН

Элек шундай уйын була торғайны. Йәштәр теҙелешеп ултыра. Иң ситтәгеһе күршеһенең ҡолағына бышылдай. Уныһы һүҙҙе, үҙе ишеткәнсә, күршеһенә еткерә. Бына шулай һүҙ төрлө ишетелештә рәттең икенсе осона етә. Әйтәйек, «айыу»ҙы боҙоҡ телефон «ҡуян»ға әйләндерә икән, бер ниндәй ҙә зыян юҡ – тәгәрәшеп көлөр өсөн генә.Беҙ бәйән итәсәк ваҡиға заманында берәүҙе лә көлдөрмәне. Хәҙер генә ул Хәсән Рауилович, мәҙәк хәлде иҫенә төшөргән һайын, мыйығы аҫтынан ғына йылмайып ҡуя.

Артабан уҡырға

Сентябрь 2017
Шәһүрә Әхмәҙиева

ДАНЛЫ УҘАМАН УЙЫЛДАН

Яҙыусы яҙмаларынанМиңә исем-шәрифе башҡорт халҡына киң билдәле шәхес Уйылдан мулла менән бер ауылда тыуып, уны күреп-белеп йәшәргә насип итте. Дин әһеле булмаһам да, күпселек ғүмеремдең күренекле мулла-хәҙрәттәр солғанышында үткәненә һәм уларҙың ихтирамына лайыҡ булғаныма ғәжәпләнә биреберәк ҡуям. Уйылдан мулла! Ул миңә ауылдаш булараҡ ғәҙәти ҙә, шул уҡ ваҡытта сәйер ҙә кеше булып тойола ине. Уйылдан мулла минең өсөн өс йәшемдән табип, шифалы, мөғжизәле тынын өрөп дауалаусы булды. Бала саҡта йыш ҡына ауырып китһәм, әсәй: “Уй, баламдың өйәнәге тота”, – тип Уйылдан мулланан өшкөртөп алған тоҙон һыуға һалып эсерә, артыш-мәтрүшкәгә ут төртөп ебәреп, төтөнө менән ыҫлай ине. 

Артабан уҡырға

Сентябрь 2017
Миңлегөл Хисамова

Күңел күгең һинең шундай бейек

Йөҙҙәренән нур бөркөлөп, үҙе тирәләй яҡты аура таратып, үҙенә тартып торған ҡатын-ҡыҙҙар була. Ошондай гүзәл заттарҙың береһе – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы Хәйруллина. Беҙҙең яҡындан танышып, дуҫтарса аралашып йөрөй башлауыбыҙға – бына ғәжәп – дауахана сәбәпсе булды.Яҙҙың болоҡһоп торған бер көнөндә дауахана тупһаһы аша үттем. Миңә тәғәйен бүлмәгә килеп ингәндә, мөләйем йөҙлө сибәр ханымдан башҡа кеше юҡ ине, күңелһеҙ генә халәттә карауатҡа терәлдем.

Артабан уҡырға

Сентябрь 2017
Михаил ЧВАНОВ

«Ғәҙел Далде ебәрегеҙ!»

Мәшһүр лексикограф башҡортса һәм ҡаҙаҡса ла белгән

Ырымбур – киң һәм данлы өлкә. Ошо төбәктең йылъяҙмаһы, йәшәйеше менән бөйөк Александр Пушкин, шағир-философ Тарас Шевченко, атаҡлы рус яҙыусыһы Сергей Аксаков, донъяла беренсе космонавт Юрий Гагарин, дирижер, музыкант Мстислав Ростропович кеүек атаҡлы уҙамандар шәхсән таныш булған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғандың иртәгәһенә үк патриот-шағир Муса Йәлил дә Шарлыҡ военкоматына инеп, доброволец ғаризаһын ҡалдыра. Үҙебеҙҙең башҡорт әҙиптәренән Мөхәмәтша Буранғолдо, Дауыт Юлтыйҙы, Сәғит Агишты, Зиннур Ураҡсинды, замандаштарҙан Рауил Бикбайҙы, Хисмәт Юлдашты һәм башҡаларҙы Ырымбурҙан сыҡҡан шәхестәр тип телгә алырға мөмкин. 

Артабан уҡырға

Сентябрь 2017
Ринат ХӘЙРИ

Ҡурай

Мәшһүр ҡурай!Һин бит тәү ҡарашҡа –Тауҙа үҫкән ябай бер үлән.Моңло халҡым минең шул үләнгәЙөрәгенән алып йән өргән.

Һөйләгән ул бары уға ғынаБар яҙмышын, бөтә моң-зарын,Бар өмөтөн, яҡты хыялдарын,Бар тарихын, бөтә булғанын.

Артабан уҡырға

Октябрь 2017
Исемегеҙ хәтер күгендә

Ринат Хәйри (1950 – 2000) хаҡында ҡәләмдәштәре

Ринат Хәйри (1950 – 2000) хаҡында ҡәләмдәштәре

Әнғәм АТНАБАЕВҺин ашыҡтың, беҙ һуңланыҡ

Алтмыш йәшлек сал башымды эйеп,Ҡайғы табыныңда ултырам,Бокалыма шиғри моңдарымдыКүҙ йәшемә ҡушып тултырам.

Һәм күтәрәм һинең иҫтәлеккә,Бигерәк үкенесле үлем, тип,Аҡыл ышана ла, күңел менәнЫшанырға мөмкин түгел, тип.

Артабан уҡырға

agidel-rb.ru

Сәсмә әҫәрҙәр - Журнал Агидель

Январь 1970

Мәхмүт ХУЖИН

Әруахтар ауазы

Роман

Зәйнәп Камаловна үҙ ҡыҙы менән һөйләшмәне түгел, һөйләште, мул тәжрибә туплаған ҡатын булараҡ, уның ғаилә ҡороуға күптән үҙ ҡарашы бар ине. Шулай була бит ул: йылдар үтеп, аҡыл ултырғас, кеше үткәненә ололарса баға ла, теге саҡта улай итергә түгел, былай итергә кәрәк булған, тигән һығымта яһап ҡуя. Ул ғына ла түгел, йәшерәктәргә аҡыл өйрәтә:– Һинең урыныңда булһаммы?

Артабан уҡырға

Апрель 2017
Мәхмүт ХУЖИН

Әруахтар ауазы

Роман

1Боронғо донъя тарихы кафедраһы. Ҡасан ҡуйылғаны ла билдәһеҙ иҫке мебель: өҫтәлдәр, ултырғыстар, шкаф, тумбочка ... Стеналарҙа боронғо грек, фарсы, ҡытай, швед, урыҫ, немец ғалимдарының тарих саңы ҡунған һүрәттәре. Иҙәндәге линолеум да күп тапалыуҙан ашалып, урыны менән бетоны күренеп ята. Кафедраның исеме есеменә тап килһен өсөн шулай эшләнгән, тиерһең. Иҫке өҫтәл артында сал төшкән сәстәре ныҡ ҡына һирәгәйгән, һорғолт күҙҙәре ҡалын быяла артына ышыҡланған ҙур ҡолаҡтары тырпайыбыраҡ торған киң генә яурынлы олоғайып барыусы ир кеше яҙышып ултыра. Ҡараштары етди, йыйырсыҡтар телгеләгән маңлайы йыйырылған, ара-тирә ишетелгән

Артабан уҡырға

Март 2017
Таңсулпан ҒАРИПОВА

Һабаҡ

Хикәйә

Байып барған ҡояштың ҡыҙғылт нурҙары тәҙрә быялаларын һандал төҫөнә буяны. Көнө буйы шашынып уйнаған ел, әлһерәп, ҡаршылағы тау итәгенә, урман эсенә инеп, күләгәгә һуҙылды.– Ҡайҙа юғалды икән был малай? – ҡаҡса кәүҙәле, йөҙө лә, сәстәре лә берҙәй аҡ, ап-аруҡ оло йәштәге ҡатын үҙ алдына шулай һөйләнә-һөйләнә инде нисәнсе ҡат балконға сыға. Сыға ла, уң ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, тирә-яҡты байҡай, көткән кешеһе күренмәгәс, сәс араларына тиклем үтеп инеп, ҡандай ҡыҙарып байыған ҡояшҡа ҡарап, уйланып тора. Ситтән күҙәткән кешегә етенсе тиҫтәне ҡыуып барған ҡатындың шунан башҡа шөғөлө юҡ кеүектер ҙә. Ул ололарға хас сабырһыҙлыҡ менән өҫтәл әҙерләп ташлағандыр ҙа, эштән ҡайтасаҡ улын, киленен, бөтә 

Артабан уҡырға

Февраль 2017
Камил ЙЫҺАНШИН

ДОНЪЯ БЕРӘҘӘГЕ

Тайга бәйәне

III бүлек

Януарҙарҙы юҡ итеү – кешегә уның үҙен киләсәктә нимә көтөрөнә ишара ул.Бернгард Гржимек.

31. ӘсирлекДаға, сираттағы килеүендә, Степанға һунар идаралығының бандеролен алып килде.– Степан Ермилович, бурысығыҙҙы түләп бөтмәнегеҙ, һуңлатҡан өсөн проценттары өҫтәлә бара бит, – тип иҫкәртергә лә онотманы.– Беләм мин, беләм. Түләрмен

Артабан уҡырға

Январь 1970
Ғәлим ХИСАМОВ

БАШҠОРТТАР БОЙОРҘО

Роман

“Вә шул Ҡаҙан шәһәрендә күб йортларында бина ҡылдылар. Моның бәғдендә башҡортлар Ҡаҙанның шәреҡ тарафындан дүрт руғлар бер хисабдагы яҡшы кемсәнәләрен ул чар Иванғә ебардилар. Килмакләрени үзи дә тәләб ҡылған иде. 1-че ҡаюләрдан Үсәргән руғындан Бикбау кеназ. 2-че Бөрйән руғындан Иске би кеназ. 3-че Ҡыпчаҡ руғындан Мешавле Ҡараҡужаҡ кеназ. 4-че Тамьяндан Шагали Шағман кеназ”.(“Бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән һәм тамъян башҡорт ырыуҙары шәжәрәһенән”. “Башҡорт шәжәрәләре”. Төҙ. Р.Ғ. Кузеев. Баш. китап изд. Өфө. 1960. 71-се бит.)

Артабан уҡырға

Январь 1970
Ринат КАМАЛ

ЫМҺЫНЫУ

Повесть

IVЙәш зоотехник үҙе ҡорған фермаға һөйөндө. Ҡоҙасалар алсаҡ халыҡ, Хәниф Ғафаров һарайҙар буйлап йөрөй. Бер йыл эсендә Оҙонтал күле ярында ауыл үҫеп сыҡты, хәҙер һауынсылар шунда төпләнеп йәшәй. Яҙғы ташҡында Мәғҙәндән өҙөлөп ҡалһалар ҙа, бирешмәйҙәр. Ташҡын ҡайтҡас та тормош тағы үҙ ыңғайына яйлана.Йәш зоотехниктың ҡолағына кемдеңдер “йәйләүгә сығайыҡ, боронғоса” тигәне эленеп ҡалды. Һауынсыларҙың береһе теленән ысҡынған ошо һүҙ күңеленә ятты. Этҡаҙған уяһы электән ымһындыра ине. Йәмле урын, кеше аяғы баҫмаған тапҡырҙар. Ә тирәләй – туғайҙар, тәрән йырындары малға иркен. 

Артабан уҡырға

Сентябрь 2016
Сәғиҙулла ХАФИЗОВ

ХЫЯНАТҠА ЯРЛЫҠАУ ЮҠ

Бөгөн Әҙһәм, ентекле ҡырынғандан һуң, көҙгөләге шәүләһен ентекләп бар­ланы. Ҡаршы яҡтан баҡҡан шаҙра түңәрәк битле, йәшкелт күҙле, ҡупшы мы­йыҡлы әҙәм уға күҙ ҡыҫып ҡуйған булды. Сәстәр бөҙрә булмаһа ла, Хоҙайға шө­көр, ҡурпы һымаҡ күпереп тора. Сикәләрҙә ара-тирә көмөштәре лә ялтырай. Күп­те күргән баш биҙәк-суҡһыҙ ҙа булмаҫ шул. Әйҙә, ҡалҡһын, ялтыраһын! Тик ҡа­рашы ғына күңеленә ятып бөтмәне. Дәрт, сатҡы әҫәре күренмәй, һағыш һар­ҡый… Көсәнеп йылмайыуы ғына бар. Күҙ тирәһен әллә ниндәй ят йыйырсыҡтар баҫ­ҡан. Йәшәүҙән дүнгән ҡарт тиерһең… Аңланыңмы, йәғни ферштейн? Йыуынып маташҡан ирҙе уйҙарынан зал яғынан килгән сыр-сыу бүлде. Фә­ри­ҙә уянған, ғәҙәтенсә нәмәнелер килештермәйсә, өләсәһе менән тартҡылаша, бу­ғай. Ул да булмай, сәсе-башы туҙған бала ванна бүлмәһенә йүгереп керҙе:

Артабан уҡырға

agidel-rb.ru

Шиғриәт - Журнал Агидель

Январь 1970
Мөҙәрис МӨСИФУЛЛИН

МӘҢГЕЛЕК ҺОРАУ

Хикәйә

Зыяратҡа ғәйәт күп халыҡ йыйылды. Ҡалала йәшәгән Хәбипте, әйткән васыяты буйынса, тыуған ауылына ҡайтарып ерләнеләр. Үҙенең яман сирҙән һауыға алмаясағын аңлап, һуңғы үтенесен әйтеп өлгөргән, ти, мәрхүм.Мулла үҙ вазифаһын белеп башҡара. Доға уҡый, дөрөҫ йәшәргә өйрәтә, өгөт-нәсихәт бирә. Зыяраттағы бар халыҡ, ауыҙҙарына һыу ҡапҡандай, мөкиббән китеп уны тыңлай. Ҡәберҙең дүрт мөйөшөнә мәрхүмдең туғандары баҫҡан. Шуларҙың иң кесеһе – Хәбиптең энеһе Харис – төп йортта йәшәй. Ауылдың иң өлкән кешеһе – һикһән һигеҙ йәшлек Әхмәтнур бабай аяғүрә баҫып тороп арыны, шикелле, ҡойма буйына барып, йәшел сиҙәмгә ултырҙы. 

Артабан уҡырға

Январь 1970
Ғәлиә Фәйзуллина

УЙҘАРЫМ САБЫШ АТЫ

Шаярыу ҡатыш хәҡиҡәт

Бармы икән тағы берәй мәхлүк – Беҙҙең һымаҡ, танауҙары менән Ерҙе һөрә-һөрә алға барған?Ил-йорт йәме тиеп, кеҫәһенәнТинен сығарып һалған, хыялындаАйға, йондоҙҙарға менә алған?

Бармы икән тағы берәй мәхлүк – Йөҙөн йыртмайым, тип, хужаһының,Башын баҫып ҡына тыңлап торған?

Артабан уҡырға

Январь 1970
Риф ӘХМӘҘИЕВ

“ТӘҠДИРЕҢДЕ МАҢЛАЙ ҺЫРЫ ИТЕП, ХАҠ ТӘҒӘЛӘ АЛДАН ЯҘА, ТИ...”

Рух менән аҡса1Рух менән аҡса,Аҡса менән Рух –Һәр береһе етди төшөнсә.Шулар бер саҡ,Дуҫ һәм татыу булып,Йәшәп китер микән кешесә?

Береһе – визуаль,Виртуаль – икенсеһе, Шулар көндөң үҙәк темаһы.

Артабан уҡырға

Апрель 2017
Рауил Бикбаев

Вахталағы шағир

1. Сирек быуат элек Әле мәктәптә уҡып йөрөгән сағында уҡ Хисмәт Юлдашев мине Өфөлә эҙләп тапҡайны. Аралар алыҫ тип тормаған, әллә ҡайҙағы Туҡ буйҙарынан яҙғы каникул ваҡытында яҡташын эҙләп килеп еткән. Юғары класта уҡып йөрөгәндер, таҙа, матур егет булып үҫеп еткәйне. Спорт ярыштарында еңәм тип тә һөйләгәйне. Был хаҡта әйтмәһә лә, көс-ғәйрәте кәүҙәһенән, буй-һынынан, үҙен тотошонан күренеп тора ине.Килеп инеү менән үк яңы танышым әҙәбиәт тураһында һүҙ башланы, үҙенең байтаҡ шиғырҙарын яттан һөйләне. Бигерәк тә “Шаһиҙәм” тигәне хәтерҙә. Мин уны Есениндың Шаганэһе

Артабан уҡырға

Апрель 2017
Хисмәт ЮЛДАШЕВ

Туған моңдар үҙенә тарта...

Дантабар

Эскән саҡта ла күҙ йәше,Ашаған саҡта ла ҡар,Әйҙә, минең менән йөрө,Әйҙә, минең менән бар.

Әйҙә, минең менән бергә,Әйҙә, минең менән бар.Төшөп ҡалған саҡтарымда,Күҙҙән төшкән саҡтарымдаМин өшөп янғаным бар.

Артабан уҡырға

Апрель 2017
Марат КӘРИМОВ

Яңырырға яҙҙар көтәм

Күгәрсенгә ҡайтамМәңгелектән килдем ергә Асылғанда төндөк. Күгәрсен тигән ауылға Беркетелде кендек.

Йылдар саңын йота-йота Донъя йөгөн тартам.Шул саңдарҙан арынырға Ауылыма ҡайтам.

Юлымдағы тау-таштарҙы Алып ситкә атам. 

Артабан уҡырға

Апрель 2017
Зөлфиә ХАННАНОВА

Доғаларым килер ярҙамға

БашҡортостанБашҡортостан!Һиндә йыр һәм илһам,Һиндә иман, һиндә ҙур аҡыл!Тик бер үҙең шулай ихласһың һин,Тик бер үҙең шундай ҡунаҡсыл!

Башҡортостан!Бары һиндә генә,Әлмисаҡтан килгән саялыҡ,

Нисә быуат Рәсәй һынлы РәсәйИңдәреңә тора таянып.

Артабан уҡырға

agidel-rb.ru


KDC-Toru | Все права защищены © 2018 | Карта сайта