Башкортостан кызы журнал на башкирском языке официальный сайт
Парлы ғүмерҙәр » Башкортостан кызы
Йәшлектән табышып ҡауышҡан, йәшләй генә өйләнешкән парҙар тиҙ тарҡала, тигәнде инҡар итеп, һанлашып, бер-береһен дәртләндереп йәшәгән был һоҡланғыс ғаилә менән һеҙҙе яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ. Улар – Баймаҡ ҡалаһында ғүмер итеүсе Дилбәр һәм Хәлил...
Игелеккә ынтылыусылар ҡәлебендә яҡты йондоҙҙай иман нуры йымылдап, бәрәкәткә юл күрһәтә. Ҡапыл да изгелек ҡылыуҙан туҡтаһалар, йөрәктәрен йәнә ҡараңғылыҡ баҫып, ғазаплы һынауҙарға дусар ителәләр. Ә аңы, күңел ихтыяжы, булмышы менән яҡшылыҡ, яҡтылыҡ...
Бәхет тынлыҡты ярата, тиҙәр. Күңелең бөтөн, донъяң йәмле, бәрәкәтле булһын тиһәң, бер-береңде уңыштарға дәртләндереп, ҡайһы ваҡыт түҙемлегеңде йыйып, тигеҙ генә ғүмер итеүҙең сауабы оло, ҡөҙрәте киң барыбер. Федоровка районы Батыр ауылында бер...
Алтын көҙҙә күркәм байрам – Халыҡ-ара өлкәндәр көнөн хөрмәтләп билдәләйбеҙ. Оло йәштәгеләрҙең һаны йылдан-йыл арта һәм, әлбиттә, был уларға иғтибарыбыҙ, хәстәребеҙ кәмергә тейеш тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, дәүләт тарафынан көнитмештәрен яҡшыртырға...
xn--80aab0anbugatmkc1ftcb.xn--p1ai
Яҙмыштарҙан көслөрәк » Башкортостан кызы
Тәҡдиренән көслөрәктәр, сыҙамдар алдында ҡыйынлыҡтар баш эйә, ҡаршылыҡтар артҡа сигенә, тиҙәр. Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Роза Әҡсән ҡыҙы Вәлишинаның әсе һынауҙарҙан һәм еңеүҙәрҙән туҡылған яҙмышы был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн тулы мәғәнәһендә раҫлай....
Ун һигеҙ йыл буйы бер матур ҡалыпта – уҡытыусы ролендә йөрөп өйрәнгән ханыма элекке хеҙмәттәштәре хәҙер, үҙгәргәнһең, тип аптырай. Яңы тормош башлағас, уға, ысынлап, донъяға ҡарашын ғына түгел, үҙен тотошон ҡырҡа үҙгәртергә тура килә. Сөнки көн...
xn--80aab0anbugatmkc1ftcb.xn--p1ai
Һаҡал » Башкортостан кызы
Милли кейем һәм аксессуарҙар оҫтаһы Асия ҒӘЙНУЛЛИНА бөгөн журнал уҡыусыларыбыҙға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының зиннәтле биҙәүесе – һаҡал эшләргә өйрәтә.Был биҙәүес өсөн ҡыҙыл драп, буҫтау йә кешмир туҡыма, киндер туҡыма, мәрйен (йә ҡыҙыл төҫтәге сәйлән), тәңкәләр, ҡортбаштар, көмөш йә тимер сынйыр киҫәктәре, аҫылташлы биҙәүестәр, еп кәрәк.
Һаҡалдың нигеҙен тегер өсөн ҡыҙыл туҡыманан шаблонға ярашлы рәүештә аҫтын түңәрәкләтеп ҡырҡабыҙ. Ҡайһы ырыуҙарҙа, мәҫәлән, ҡатайҙарҙа, аҫҡы яғы түңәрәкләнмәй, төҙ килеш ҡала. Артҡы яғына ҡатлап ныҡлы киндер туҡыма тегәбеҙ, бының өсөн киндер тоҡто ҡулланырға ла була.
Яурынға тиклем өҫкө өлөшөн ике төрлө башҡарырға мөмкин. Шул уҡ тауарҙан таҫма тегеп, елкә аша үткәрәбеҙ ҙә бер яғына элмәк ҡуябыҙ. Икенсе төрлөһө шулай: үңәс аҫтынан түңәрәкләтеп яға эшләнә, яғаның аҫҡы яғы төп өлөшкә тоташтырыла, елкә тапҡырында төймәгә эленә.
Аҫҡы (төп) өлөшөн ситтән 3-4 ҡат ҡыҙыл мәрйен менән уратабыҙ. Аҫтан, йыуан еренән, әйләндереп сынйыр ҡуябыҙ. Артабан 1-2 ҡат мәрйен менән үтәбеҙ. Үңәс аҫтына ла сынйыр өҫтәлә. Ҡортбаш менән тәңкәләрҙе баҫҡандан һуң, 3-4 ҡат мәрйен менән үтәбеҙ. Ошо ерҙә тағы бер ҡат сынйыр беркетергә мөмкин.
Аҫҡы өлөшөнөң эсе тотошлай тәңкә менән тултырыла. Өҫкө өлөшөнә йә иһә уртаһына аҡыҡлы биҙәүестәр ҡуйырға була.
Икенсе вариант. Сынйырлап үткәс, мәрйен беркетеп сығабыҙ ҙа бер буй тәңкә баҫабыҙ. Шунан 3-4 буй сәйләнләп сығабыҙ. Эске өлөшөн тотошлай тәңкә менән тултырабыҙ.
Өсөнсө вариант. Өс ҡат мәрйен менән үткәс, ошонда уҡ тәңкә элеп, өҫтән ҡортбаштар баҫабыҙ. Эске яғын тотошлайы тәңкә менән тултырабыҙ. Өҫтә аҡыҡлы биҙәүестәр йә тотошлайы менән тәңкәләр ҡуйыла. Ҡатай, юрматы, балаҡатай ерлегенә ошолай хас.
Үҫәргән, ҡыпсаҡ, бөрйән ырыуҙарының һаҡалында селтәр булырға тейеш. Ул трапеция рәүешендә, өҫкө йә аҫҡы өлөшөндә урынлаша. Ошонда уҡ аҫылташлы көмөш биҙәүес тә беркетелә.
Һаҡалдың һәр төрө лә тирәләп селтәрле көмөш (тимер) шарҙар (оҙонса шар булыуы ла мөмкин) аралаш түңәрәк рәүешендәге аҫылташтар (аҡыҡ, зөбәржәт, ай ташы, фирүзә, гәлсәр, нефрит) менән биҙәлә. Бының өсөн таштың уртаһынан епте сығарабыҙ ҙа мәрйен аша үткәрәбеҙ һәм, тағы ла таш аша сығарып, нығытып ҡуябыҙ. Араларын 1-2 бармаҡ ҡалынлығы ҡалдырырға мөмкин, шарҙар менән тотошлай һаҡалдың ситен ҡапларға ла була.
Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.
xn--80aab0anbugatmkc1ftcb.xn--p1ai
Башкортостан кызы » Страница 3
Арҙаҡлы шағирә, билдәле прозаик, рухиәтебеҙҙә күренеш тип баһаланған «Ҡатындар» трилогияһы авторы, бар хеҙмәт юлын башҡорт матбуғатына һәм әҙәбиәтенә арнап, инде емешле етмешенә аяҡ баҫҡан Гөлнур Яҡупова – һәр яҡлап та матур кеше. Был хозурлыҡ,...
«Әгәр мин көн дауамында бер генә кешегә булһа ла ярҙам итә алмаһам, тимәк, был көнөм әрәмгә үтте», – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Почетлы донор, юғары категориялы табип-стоматолог, Өфөнөң...
Йәшлектән табышып ҡауышҡан, йәшләй генә өйләнешкән парҙар тиҙ тарҡала, тигәнде инҡар итеп, һанлашып, бер-береһен дәртләндереп йәшәгән был һоҡланғыс ғаилә менән һеҙҙе яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ. Улар – Баймаҡ ҡалаһында ғүмер итеүсе Дилбәр һәм Хәлил...
Шаран – Башҡортостандың иң бәләкәй райондарының береһе. Татарстан менән сиктәш, халҡы Ыҡ, Сөн һыуҙарын һыулай. Ыҡсым төбәк һаналғанғамы, Өфө ҡунаҡтарының был яҡтарға юлы һирәгерәк төшә. Шуға, Күгәрсен-Бүләк ауылында йәшәп ижад иткән Зинфира...
xn--80aab0anbugatmkc1ftcb.xn--p1ai










