Это интересно

  • ОКД
  • ЗКС
  • ИПО
  • КНПВ
  • Мондиоринг
  • Большой ринг
  • Французский ринг
  • Аджилити
  • Фризби

Опрос

Какой уровень дрессировки необходим Вашей собаке?
 

Полезные ссылки

РКФ

 

Все о дрессировке собак


Стрижка собак в Коломне

Поиск по сайту

Башкортостан кызы журнал на башкирском языке официальный сайт


Парлы ғүмерҙәр » Башкортостан кызы

Хоҙайым насибы Йәшлектән табышып ҡауышҡан, йәшләй генә өйләнешкән парҙар тиҙ тарҡала, тигәнде инҡар итеп, һанлашып, бер-береһен дәртләндереп йәшәгән был һоҡланғыс ғаилә менән һеҙҙе яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ. Улар – Баймаҡ ҡалаһында ғүмер итеүсе Дилбәр һәм Хәлил... Иң ҙур байлыҡ – иман Игелеккә ынтылыусылар ҡәлебендә яҡты йондоҙҙай иман нуры йымылдап, бәрәкәткә юл күрһәтә. Ҡапыл да изгелек ҡылыуҙан туҡтаһалар, йөрәктәрен йәнә ҡараңғылыҡ баҫып, ғазаплы һынауҙарға дусар ителәләр. Ә аңы, күңел ихтыяжы, булмышы менән яҡшылыҡ, яҡтылыҡ... «Асылыбыҙ – донъя ҡотайтыу»
Бәхет тынлыҡты ярата, тиҙәр. Күңелең бөтөн, донъяң йәмле, бәрәкәтле булһын тиһәң, бер-береңде уңыштарға дәртләндереп, ҡайһы ваҡыт түҙемлегеңде йыйып, тигеҙ генә ғүмер итеүҙең сауабы оло, ҡөҙрәте киң барыбер. Федоровка районы Батыр ауылында бер... Йылылыҡҡа сорнап көҙҙәрҙе Алтын көҙҙә күркәм байрам – Халыҡ-ара өлкәндәр көнөн хөрмәтләп билдәләйбеҙ. Оло йәштәгеләрҙең һаны йылдан-йыл арта һәм, әлбиттә, был уларға иғтибарыбыҙ, хәстәребеҙ кәмергә тейеш тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, дәүләт тарафынан көнитмештәрен яҡшыртырға... Ырыҫын белеп ылыҫ урмандың… ...Рәсәйҙә бөгөн юҡҡа сыҡҡан профессиялар араһында вздымщик һөнәре лә бар. Ылыҫлы ағастарҙың олонон йоҡартып, шунан сайыр һарҡһын өсөн улаҡтар һыҙыусы була ул. Ҡарағайҙар төбөндә бөгөн дә күренгеләгән баяғы воронкаларҙы ла ҡасандыр улар ҡулланған.... Мөхәббәттән нурлы донъя
Ғаилә – әйтерһең, асылмаған сер, йомаҡ. Һәр айырым парға ғына ярашлы уртаҡ бәхет ҡануны юҡтыр ул, тигәйне бер танышым. Шулай ҙа мөнәсәбәттәрҙең ныҡлығы тәү нәүбәттә уны төҙөгән ике йәрҙең бер-береһенә ышанысына, хөрмәтенә һәм тәрбиәгә бәйлелер. Һәр... Мөхәббәт илселәре Луиза һәм Арсен Кәримовтарҙың ғаиләһе менән Мәскәүҙә таныштыҡ. Ҡала китапханаларының береһендә Рәми Ғарипов ижадына арналған сара алдынан үҙ-ара яғымлы итеп башҡортса һөйләшкән атай менән ҡыҙ балаға иғтибар иттем. Бер аҙҙан уларға әсәй кеше лә...

xn--80aab0anbugatmkc1ftcb.xn--p1ai

Яҙмыштарҙан көслөрәк » Башкортостан кызы

Яуҙа тыуған һөйөү «Ғәзизова Зәғифәнең бала сағы һәм олоғайғас ни күргәне» – Әлшәй районы Ибрай ауылында йәшәүсе һуғыш ветераны Зәғифә Миңлеғәли ҡыҙы Ғәзизованың үҙ яҙмышы хаҡында үҙе яҙған китабы шулай тип атала. Уҡырға яратҡан әсәһенең гәзит-журналдарҙан ҙур... Йөрәк моңо
Саялыҡ, ныҡлыҡ, етеҙлек, тәүәккәллек кеүек сифаттарға тәбиғәттән бирелгән моң, төплө тормош аҡылы һәм нескә күңел матурлығы ла ҡушылып, уның булмышын күп ҡырлы һәм сағыу итә. Яҙмыш аяуһыҙ һынауҙарын ебәреп, инде нисәнсе ҡабат абындырырға маташа,... Фәүзиә апайҙың өс сере Тәү ҡараштан ғәжәп итер эске көс уның бар булмышынан бөркөлә: яҙмыштың зәһәр елдәренән бөгөлмәгән ғорур һынынан, һәр һүҙен сәпкә тейҙереп, өҙҙөрөп һөйләүенән, баҙыҡ, сағыу тауышынан, нурлы аҡ ҡына йөҙөнән. Ҡыйғы районының Йыланлы ауылында йәшәүсе... Һынауҙарҙа сыныҡҡан йөрәк
Тәҡдиренән көслөрәктәр, сыҙамдар алдында ҡыйынлыҡтар баш эйә, ҡаршылыҡтар артҡа сигенә, тиҙәр. Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Роза Әҡсән ҡыҙы Вәлишинаның әсе һынауҙарҙан һәм еңеүҙәрҙән туҡылған яҙмышы был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн тулы мәғәнәһендә раҫлай.... Батырлығы – бала хаҡына Гөлнара ханым егерме туғыҙ йәшендә генә тәүге бәпесен ҡулына ала. Ауырлы саҡта еңел йөрөй ул, анализдары яҡшы була, үҙен һәйбәт тоя. Дәртләнеп йорттарына ремонт яһай. Ҡупшы өйгә бәпес алып, һөйөнөп үҫкәнен күҙәтербеҙ, тип хыяллана йәштәр. Ике яҡлап... Ихтыярға сик юҡ... Сәйер инде тормош тигәнең. Кемгәлер аҡ юл һайлай, кемделер һынауҙарға күмә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Венера Ғәлләм ҡыҙы Абдуллина менән аралашҡандан һуң уның яҙмышына осраған аяуһыҙ кәртәләргә һәм еңеүҙәренә хайран ҡалмаҫлыҡ түгел. Әммә ул әҙәм... «Рәхмәт, яҙмыш, һәр бер һынауыңа!»
Ун һигеҙ йыл буйы бер матур ҡалыпта ­– уҡытыусы ролендә йөрөп өйрәнгән ханыма элекке хеҙмәттәштәре хәҙер, үҙгәргәнһең, тип аптырай. Яңы тормош башлағас, уға, ысынлап, донъяға ҡарашын ғына түгел, үҙен тотошон ҡырҡа үҙгәртергә тура килә. Сөнки көн...

xn--80aab0anbugatmkc1ftcb.xn--p1ai

Һаҡал » Башкортостан кызы

ҺаҡалМилли кейем һәм аксессуарҙар оҫтаһы Асия ҒӘЙНУЛЛИНА бөгөн журнал уҡыусыларыбыҙға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының зиннәтле биҙәүесе – һаҡал эшләргә өйрәтә.

Был биҙәүес өсөн ҡыҙыл драп, буҫтау йә кешмир туҡыма, киндер туҡыма, мәрйен (йә ҡыҙыл төҫтәге сәйлән), тәңкәләр, ҡортбаштар, көмөш йә тимер сынйыр киҫәктәре, аҫылташлы биҙәүестәр, еп кәрәк.

Һаҡалдың нигеҙен тегер өсөн ҡыҙыл туҡыманан шаблонға ярашлы рәүештә аҫтын түңәрәкләтеп ҡырҡабыҙ. Ҡайһы ырыуҙарҙа, мәҫәлән, ҡатайҙарҙа, аҫҡы яғы түңәрәкләнмәй, төҙ килеш ҡала. Артҡы яғына ҡатлап ныҡлы киндер туҡыма тегәбеҙ, бының өсөн киндер тоҡто ҡулланырға ла була.

Яурынға тиклем өҫкө өлөшөн ике төрлө башҡарырға мөмкин. Шул уҡ тауарҙан таҫма тегеп, елкә аша үткәрәбеҙ ҙә бер яғына элмәк ҡуябыҙ. Икенсе төрлөһө шулай: үңәс аҫтынан түңәрәкләтеп яға эшләнә, яғаның аҫҡы яғы төп өлөшкә тоташтырыла, елкә тапҡырында төймәгә эленә.

Аҫҡы (төп) өлөшөн ситтән 3-4 ҡат ҡыҙыл мәрйен менән уратабыҙ. Аҫтан, йыуан еренән, әйләндереп сынйыр ҡуябыҙ. Артабан 1-2 ҡат мәрйен менән үтәбеҙ. Үңәс аҫтына ла сынйыр өҫтәлә. Ҡортбаш менән тәңкәләрҙе баҫҡандан һуң, 3-4 ҡат мәрйен менән үтәбеҙ. Ошо ерҙә тағы бер ҡат сынйыр беркетергә мөмкин.

Аҫҡы өлөшөнөң эсе тотошлай тәңкә менән тултырыла. Өҫкө өлөшөнә йә иһә уртаһына аҡыҡлы биҙәүестәр ҡуйырға була.

Икенсе вариант. Сынйырлап үткәс, мәрйен беркетеп сығабыҙ ҙа бер буй тәңкә баҫабыҙ. Шунан 3-4 буй сәйләнләп сығабыҙ. Эске өлөшөн тотошлай тәңкә менән тултырабыҙ.

Өсөнсө вариант. Өс ҡат мәрйен менән үткәс, ошонда уҡ тәңкә элеп, өҫтән ҡортбаштар баҫабыҙ. Эске яғын тотошлайы тәңкә менән тултырабыҙ. Өҫтә аҡыҡлы биҙәүестәр йә тотошлайы менән тәңкәләр ҡуйыла. Ҡатай, юрматы, балаҡатай ерлегенә ошолай хас.

Үҫәргән, ҡыпсаҡ, бөрйән ырыуҙарының һаҡалында селтәр булырға тейеш. Ул трапеция рәүешендә, өҫкө йә аҫҡы өлөшөндә урынлаша. Ошонда уҡ аҫылташлы көмөш биҙәүес тә беркетелә.

Һаҡалдың һәр төрө лә тирәләп селтәрле көмөш (тимер) шарҙар (оҙонса шар булыуы ла мөмкин) аралаш түңәрәк рәүешендәге аҫылташтар (аҡыҡ, зөбәржәт, ай ташы, фирүзә, гәлсәр, нефрит) менән биҙәлә. Бының өсөн таштың уртаһынан епте сығарабыҙ ҙа мәрйен аша үткәрәбеҙ һәм, тағы ла таш аша сығарып, нығытып ҡуябыҙ. Араларын 1-2 бармаҡ ҡалынлығы ҡалдырырға мөмкин, шарҙар менән тотошлай һаҡалдың ситен ҡапларға ла була.

Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.

xn--80aab0anbugatmkc1ftcb.xn--p1ai

Башкортостан кызы » Страница 3

Әҙәм вә Һауа Арҙаҡлы шағирә, билдәле прозаик, рухиәтебеҙҙә күренеш тип баһаланған «Ҡатындар» трилогияһы авторы, бар хеҙмәт юлын башҡорт матбуғатына һәм әҙәбиәтенә арнап, инде емешле етмешенә аяҡ баҫҡан Гөлнур Яҡупова – һәр яҡлап та матур кеше. Был хозурлыҡ,... «Һәр кем ҡоя үҙ бәхетен»
«Әгәр мин көн дауамында бер генә кешегә булһа ла ярҙам итә алмаһам, тимәк, был көнөм әрәмгә үтте», – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Почетлы донор, юғары категориялы табип-стоматолог, Өфөнөң... Хоҙайым насибы Йәшлектән табышып ҡауышҡан, йәшләй генә өйләнешкән парҙар тиҙ тарҡала, тигәнде инҡар итеп, һанлашып, бер-береһен дәртләндереп йәшәгән был һоҡланғыс ғаилә менән һеҙҙе яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ. Улар – Баймаҡ ҡалаһында ғүмер итеүсе Дилбәр һәм Хәлил... Йәндәштәрҙең күсте йылыһы Үләнгә саң да ҡунып өлгөрмәгән зөмрәт миҙгелдә Кама йылғаһы буйындағы нефтселәр ҡалаһында – Нефтекамала йәшәүсе милләттәштәребеҙ янына онотолмаҫлыҡ сәфәр ҡылдыҡ. Боронғо гәрәй ырыуы башҡорттары ғүмер иткән төйәктә йәндәштәребеҙ менән күрешеүҙән,... Шарран асыҡ бында күңелдәр
Шаран – Башҡортостандың иң бәләкәй райондарының береһе. Татарстан менән сиктәш, халҡы Ыҡ, Сөн һыуҙарын һыулай. Ыҡсым төбәк һаналғанғамы, Өфө ҡунаҡтарының был яҡтарға юлы һирәгерәк төшә. Шуға, Күгәрсен-Бүләк ауылында йәшәп ижад иткән Зинфира... “Башҡортостан ҡыҙы” журналының июнь һанына күҙәтеү “Башҡортостан ҡыҙы”ның 2018 йылдың тәүге ярты йыллығын йомғаҡлаған июнь һаны баш мөхәррир Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоеваның ҡатын-ҡыҙҙарҙың нескә, әммә көслө асылын күрһәткән “Күкрәгеңдә тәүҙә Ҡояш булдыр!” тигән фәлсәфәле яҙмаһы менән асыла.... Өлөшлөләргә – бүләктәр! Бөгөн 18 июндә ағымдағы йылдың икенсе ярты йыллығына “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылыусылар араһында “Аҙна һайын бүләк” конкурсының аҙаҡҡы еңеүселәрен билдәләнек.... Борьба с коррупцией

xn--80aab0anbugatmkc1ftcb.xn--p1ai


KDC-Toru | Все права защищены © 2018 | Карта сайта