Это интересно

  • ОКД
  • ЗКС
  • ИПО
  • КНПВ
  • Мондиоринг
  • Большой ринг
  • Французский ринг
  • Аджилити
  • Фризби

Опрос

Какой уровень дрессировки необходим Вашей собаке?
 

Полезные ссылки

РКФ

 

Все о дрессировке собак


Стрижка собак в Коломне

Поиск по сайту

Агидель журнал официальный сайт


Сәнғәт - Журнал Агидель

Апрель 2017
Таңһылыу Ғәйнуллина

Бәхетем сәхнәнән

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының атҡаҙанған артисткаһы Айгөл Хәкимованы республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә танып белмәгән кеше һирәк­тер. Бер уйлаһаң, сәхнәнең бөгөнгө йөҙөн билдәләр өсөн, артистың талантынан башҡа, төҫ-башы, буй-һыны булыуы ла шарт. Героинямдың ыҡсым ҡиәфәте, илаһи һөйкөмлөлөгө, иплелеге, әйләнә- тирәләгеләре менән тыйнаҡ мөнәсәбәттә булыуы – былар бөтәһе лә мин үрҙә әйткәндәремә дәлил. Ана шул сифаттары уны ысын мәғәнәһендә күрмәлекле ижади шәхес итә лә. Әммә ни генә уйлаһаң

Артабан уҡырға

Январь 1970
Зәки Әлибаев

Аҡбуҙатлы башҡорт киноһы

Йәшәйешебеҙҙең ниндәйҙер өлкәһенә иғтибар итер өсөн һуңғы осорҙа ил Президенты тарафынан тыуасаҡ яңы йылды айырым бер исем менән нарыҡлау матур йолаға әйләнде.

Экология, мәҙәниәт, әҙәбиәт йылдары халҡыбыҙҙың аңына ла, булмышына ла тәьҫир итеп кенә ҡалманы, ә йәмғиәттең ошондай мәсьәләләргә йөҙ менән боролоуын да күрһәтте. Яңы тәпәй баҫып торған 2016 – Рәсәйҙә кино йылы тип иғлан ителде.

Артабан уҡырға

Январь 1970
Ким Садиҡов

Үҙебеҙҙең рәссам

Күренекле рәссам Рәшит Фәтих улы Имашев 1939 йылда Миәкә районы Аҙнай ауылында тыуа. Ата-әсәһе уҡытыусылар. Фәтих ағай Рейхстагты ҡамағанда, Берлинда ятып ҡала. Рәшит Өфөнөң туғыҙынсы интернатын (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты), Ҡазан һынлы сәнғәт училищеһын һәм Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт һынлы сәнғәт институтын тамамлай. Мәктәптә уҡығанда рәсемдәре «Азат хатын», «Һәнәк», «Чаян», «Детский мир», «Юность» журналдарында баҫыла башлай. Ул – рәсем сәнғәте, китап, гәзит-журнал графикаһы оҫтаһы. Меңдән ашыу рәсем авторы. Әҫәрҙәре Рәсәй һәм күп сит ил галереяларында, «Иртә» – Мәскәү Третьяков күргәҙмәһендә,

Артабан уҡырға

Январь 1970
Замир Низаметдинов

Шишмә юлы – оло юл башы

(Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына – 95 йыл)

Гүзәл тәбиғәтле Башҡортостандың Шишмә районы тарихында Келәш ауылы айырым урын алып тора. Ә уның урыны һәр ваҡыт түрҙән: был ауылда Башҡортостандың ике халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаттары – Мостай Кәрим һәм Сәйфи Ҡудаш, шулай уҡ илаһи моңо менән барлыҡ ғаләм-йыһанды таң ҡалдырған халыҡ йырсыһы Фәриҙә Ҡудашева тыуып үҫкән. Ниндәй ғәжәп: улар өсөһө лә бер ауылда, бер урамда донъяға киләләр, тәпәй баҫып, бергә уйнап үҫәләр. Ул ғынамы һуң: 

Артабан уҡырға

Январь 1970
Дамир Шәрәфетдинов

Сәпкә тейһен атҡан уҡтары

(Баш ҡаланың Күргәҙмәләр комплексында «Өфө-Арт»

рәссамдар күргәҙмәһе эшләй)

Рәссамдар донъяһы яңғыҙлыҡты ярата. Уларҙың оҫтаханаларында булғанда, төнгө тынлыҡҡа сумған һил яҡтылыҡ аҫтында әле эшләнеп тә бөтмәгән киндерҙәрҙә буласаҡ картиналарҙы күҙалларға маташып оҙаҡ уйланып торғаным бар. Шунда оҫтаға ирекһеҙҙән бер-бер артлы яуырға торған һорауҙарҙы көскә тыйып ҡалаһың: кемдәр буласаҡ бында, ҡайҙан килеп сыҡты бындай үҙенсәлекле идея, ни өсөн тап шундай юл һайланың һ. б., һ. б. Сөнки картиналарҙа һәр кем үҙенә күренгән нәмәләрҙе эҙләй, ә эйәһенең «бында мин шуны күрһәтергә теләгәйнем» ише аңлатма-комментарийҙары фекер ағышын боҙоп ҡына ҡуйыуы ихтимал. Хәйер, ҡыҙыу бәйге-бәхәстәр ойошторғаныбыҙ ҙа хәтерҙә: Фәрит Ергалиевтың Карл Маркс урамындағы оҫтаханаһына йыйылышып, бер төркөм

Артабан уҡырға

Январь 1970
Мәжит АЛКИН

Эстрадабыҙ хаҡында уйланыуҙар

Төҙөүселәр һәм фермерҙар, хирургтар һәм һатыусылар, слесарҙар һәм водителдәр – ҡыҫҡаһы, бөтәһе лә эштән һуң ял итеп, күңел асып алыу кәрәклеген аңлай. Иманым камил: тап сәнғәт ярҙамында быға өлгәшергә була.

Эстрада, йәғни сәхнә сәнғәте термины – «майҙан» сәнғәте, һәр саҡ халыҡ массаһына яҡын булды. Уның тарихи булмышы халыҡсанлыҡта, тәбиғилектә асылған ысын театр сәнғәте ул.

Беҙҙең эстрадала иң мөһиме нимә һуң?

Артабан уҡырға

Февраль 2015
Финзирә Хәйрисламова

Бар шундай ағайым

(Актер Хәмит Яруллинға – 80 йәш)

Оло таланттар – халыҡ араһынан, гүзәл тәбиғәт ҡосағында тыуа. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына 55 йыл ғүмерен биргән, ошо театрҙың даны, ғорурлығы булған һәм оҙон, ялҡынлы, тулы ҡанлы ижад ғүмере үткән актер Хәмиҙулла Яруллинға – 80 йәш. Ул 1935 йылдың 25 февралендә Башҡортостандың күркәм төбәге – Салауат районы Ахун ауылында күп балалы ярлы крәҫтиән Ғатаулла менән Зөбәйлә ғаиләһендә тыуған. Хәмит ғаиләлә 15-се – 10 ҡыҙ, 5 ир балалы ғаиләлә тыуа.

Аталары Ғатаулла ҙур ғаиләне хеҙмәт менән тәрбиәләгән, иртәнге таңдан кискә тиклем эш, эш, эш...

Артабан уҡырға

agidel-rb.ru

Публицистика - Журнал Агидель

Январь 1970
Йәдкәр БӘШИРОВ

БӨЙӨК БАШҠОРТ ИЛЕ

4. Ишем ханлығы

Ишем ханлығы тарихы тулыһынса өйрәнелмәгән.

VIII – XII быуаттарҙа башҡорттарҙың бер төркөмө Урал тауҙары һәм Иртыш арауығының төньяғындараҡ, Обь йылғаһы бассейынында урынлашып, Ишем ханлығы тип шартлы рәүештә аталған ырыуҙар союзы барлыҡҡа килә (Г. Л. Фәйзрахманов. Ҡаҙан татарҙары тарихы. Ҡаҙан. 2002. 117–136-сы биттәр). Ишем ханлығы булыуы һәм унда башҡорт ырыуҙарының йәшәүе Иртыштың һул яҡ яры Мөйтән бейҙең олоҫона инеүе менән аңлатыла. Мөйтән бейгә был ерҙе Сыңғыҙ 

Артабан уҡырға

Июнь 2016
Рәшит Шәкүров

Тарихҡа яңыса ҡараш

Йәдкәр Бәшировтың был китабы урта Волга, Урал һәм көнбайыш Себер халыҡтарының урта быуаттағы этник тарихын өйрәнеүсе монография булып тора. Был теманы автор 2013 йылда донъя күреп, йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған “Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш” тигән хеҙмәтендә өйрәнә башлағайны. 2014 йылдың февралендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан Республикаһының милли китапханаһында танылған башҡорт ғалимдары, яҙыусылары, шағирҙары һәм журналистары ҡатнашлығында шул китаптың исем туйы үтеп, унда был хеҙмәт үҙенең юғары баһаһын алғайны.

Артабан уҡырға

Июнь 2016
Йәдкәр БӘШИРОВ

БӨЙӨК БАШҠОРТ ИЛЕ

Балыҡсы

Ғәли Соҡорой үҙенең «Тәзкирәт лиль-ихвәнсә-әл-әхбәб» тигән хеҙмәтендә: «Риүәйәттәргә ярашлы, бабабыҙ Майҡы Ярашлы бей Сыңғыҙхандың вәзире булып хеҙмәт иткән, әйтеүҙәренсә, уның Ҡаратабын, Байҡы, Балыҡсы атлы улдары булған. Бей һәр улына белем биргән, сәйәхәттәргә һәм походтарға  эйәртеп алып йөрөгән», – тип яҙа. “Башҡорттарҙың тарихы”нда Майҡы бейҙең Ирәкте, Балыҡсы һәм Байҡы ырыуҙарының бабаһы булыуы хаҡында әйтелә (204, 16-17-се биттәр).

Артабан уҡырға

Январь 1970
Фәнил Күзбәков

Маҡсатҡа ынтылыш

(очерк)

Февралдең икенсе яртыһы. Сауҡалыҡтар ҡаплаған ҡалҡыулыҡтар, уйпат урындар, тигеҙлектәр аша ярайһы тапалып өлгөргән парлы эҙҙәрҙән саңғысылар елә. Көнө ниндәй! Биттәрҙе генә алһыуландырыр һалҡынса. Күк йөҙө салт аяҙ. Дилбегәләй генә күтәрелгән сағыу ҡояш, күңелдәрҙе елкендереп, алға саҡыра. Саңғысыларҙың йылдам хәрәкәте тыуҙырған елде, шыйлаған саңғы табаны, ҡарға ҡаҙалыусы таяҡ тауыштарын иҫәпкә алмағанда тирә-яҡ тып-тын. Хозурланып китеп тынлыҡты тыңларлыҡ. Тик йән-фарман алға атлығыусы егет-ҡыҙҙарҙың, университет студенттарының быны иғтибарларға мөмкинлеге самалы.

Артабан уҡырға

Январь 1970
Ғарифулла Япаров

Еребеҙгә хужа булырға ваҡыт

Ғарифулла Хәбибулла улы Япаров 1957 йылда Архангел районы Айытмәмбәт ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын, юғары партия мәктәбен, БР Президенты эргәһендәге дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юриспруденция бүлеген тамамлай. Бригадир, агроном, колхоз рәйесе, район хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләй. Бөгөнгө көндә – Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының Өфө ҡалаһындағы филиалы директоры. Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор.

Рәсәй Федерацияһының 2020 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш концепцияһына ярашлы рәүештә, ер һәм башҡа тәбиғәт ресурстарының һөҙөмтәлелеген арттырыу дәүләт аграр сәйәсәтенең төп маҡсаттарының

Артабан уҡырға

Январь 1970
Мәхмүт Хужин

Еңеү хаҡын үлгәндәрҙән һора

«Парадта 16 мең һалдат һәм офицер, 143 хәрби осоу аппараты, 194 берәмек хәрби техника, шул иҫәптән үҙ йөрөшлө «Ярс» ракета комплексы, оператив-тактик «Искандер-М» ракета комплекстары, үҙ йөрөшлө «Мста-С» артиллерия ҡоролмалары, Һауанан һөжүмгә ҡаршы – «Тор-М2У», «Панцирь-С1», С-400 «Триумф», БТР-82А бронетехникаһы, Т-90 танкылары, «Ракушка» һәм БМД-4М БТР-ҙары ҡатнашты. Сылбырлы платформалағы «Армата» һәм «Курганец», тәгәрмәсле «Бумеранг» бронетехникаһын һәр кем һоҡланып күҙәтте. «Армата» платформаһында хәрби техниканың тотош йыйылмаһы: Т-14 танкы, Т-15 ауыр пехота машинаһы, 152-мм. үҙ йөрөшлө артиллерия ҡоролмаһы «Коалиция-СВ» урынлаштырылған

Артабан уҡырға

Апрель 2016
Йәдкәр БӘШИРОВ

БӨЙӨК БАШҠОРТ ИЛЕ

Барда иле

Бәшәнәктәр үҙ мәлендә шундай ҡеүәтле ҡәүемгә әүерелә, улар Арджаҡтың һары уғырҙарына Барҙым (Ҡыҙыл бөрйән) дәүләте төҙөргә ярҙамлаша (б.э.т. 226 й.). Был дәүләттә тороп ҡалған бәшәнәктәр «барҙылар» булып китә. Барынджарҙарға ҡәрҙәш ҡәбилә – тамъяндар. Һуңыраҡ башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары хон ҡәбиләһе менән ҡушылып, үҙҙәренә «хонтурсылар» тигән атама ала. Шунан һуң уларға үҙҙәренең дәүләте менән идара итеү дилбегәһен тотторалар. Иман Бахши яҙыуынса: «Ғазан вариҫы Елкә осоронда хондарҙың ҙур бер өлөшө мәсәғүттәрҙән һәм урмыйҙарҙан торған башҡорт ҡәбиләләренә ҡушыла. 

Артабан уҡырға

agidel-rb.ru

Сатира һәм юмор - Журнал Агидель

Январь 1970
Камил ФАЗЛЫЙ

ҮҘЕ – ИЗГЕ, ҮҘЕ – ЯУЫЗ...

Ҡурҡтым– Биреп тор!? – тип минән бер ҡартӘйбер-фәлән алғылай.Эше бөтөп, ҡайтарғанда,Хәтеркәйем ҡалғылай.

Яңы әйбер бирәм дә бит,Бик үтенеп таптырғас;Ни эшләргә, ул яңыны«Йомоп», иҫке тотторғас?..

Артабан уҡырға

Март 2017
Юнир Салауатов

БӨРЙӘН МӘҘӘКТӘРЕ

Ниндәйе кәрәк ?Бөрйән буйлап гастролдә йөрөйбөҙ. Оло юл буйында урман эсендәге киоскыға инеп ҡымыҙ эсергә булдыҡ. Тирә-яҡта бер кем күренмәй. Аптырағас, киоск тәҙрәһен шаҡыныҡ. Тәҙрә эс яҡҡа табан асылды. Унда бер йәш ҡатын ултыра.– Һеҙ ҡымыҙҙың “былайы”нмы, әллә “түрәләрский”ен эсәһегеҙме? – тип һораны ул. Беҙ эсемлектең ундай сорттарға бүленгәнен белмәгәс ни:– Улар араһында ниндәй айырма бар? – тип һораныҡ.– “Былайы” – ябай ҡымыҙ. Уны халыҡ эсә. Ә Өфө яҡтарынан килгән тикшереүсе-фәләндәрҙе, түрә-мүрә ҡунаҡтарҙы һыйлар өсөн ҡымыҙға араҡы ҡушабыҙ. Уныһы – “Түрәләрский”, – тип аңлатты ҡатын.

Артабан уҡырға

Февраль 2017
Венер Исхаҡов

Шәп күстәнәс!

Телефон шылтыраны. Мөхәмәтулла ағай икән. Хәл-әхүәл һорашҡас, ҡунаҡҡа саҡыра башланы. – Ағай, һуң бит инде. Һеҙҙең кеүек оло кешене бимазалап йөрөүе әллә нисек, – тип торам, юҡ, өҙмәне лә ҡуйманы.– Ниндәй бимазалау, ти, ул! Еңгәң мул итеп табын әҙерләгән. Әллә беҙҙе тиңһенмәйһеңме? Теге ваҡыт юбилейға ла килмәнең! Ысынлап та, теге ваҡыт 70 йәшенә саҡырғас, ысынға ҡабул итмәгәйнем шул. Күңел өсөн генә әйткәндер, тип уйланым. Нәҫел-нәсәбем дә, йәштәшем дә түгел, тип ауылға ҡайттым да киттем. Ә ул телефондан:– Кил, һин генә ҡалдың, көтәбеҙ, – тип шылтыратып бер булды.Аҙаҡ ҡунаҡтар араһында, 

Артабан уҡырға

Февраль 2017
Закир Әҡбәров

Мәҫәлдәр

АЙЫУҘЫҢ ДУҪЫ

Йәшәйештең тайпылышһыҙ ҡанундары.Берҙән-бер көн Айыуға ла Әжәл килде:– Фанилыҡта һиңә тигән ризыҡ бөттө,Баҡыйлыҡҡа күсер көнөң етте, – тине.Урман өсөн ҙур юғалтыу, ауыр ҡайғы,Уның кеүек һирәк була бит бөйөктәр.Һуңғы юлға оҙатҡанда Айыуханды,Үкһеп-үкһеп илаштылар бар кейектәр.Даһиҙарҙы оҙатҡанда һуңғы юлға,

Артабан уҡырға

Январь 1970
Фәриха Вәлиуллина

Никахлы Яңы йыл

Көлкөлө хикәйә

Концерттар ҡарап, Президенттарҙың ҡотлауын тыңлап бөттөләр, куранттар 12-не һуҡты!– Яңы йыл менән! Шатлыҡ-бәхеттәре менән килһен!Ғүмерҙәрендә тәү тапҡыр, үҙҙәре генә, ап-айныҡ ҡаршыланы ике күрше Яңы йылды. Бәлки Сәлмән урамға сығыр тип, Ғәбит ҡуйынына ярты тығып, бәлки Ғәбит сығыр тип, Сәлмән йәшергән ынзыһын алып тәҙрәгә ҡарап-ҡарап ҡуйҙылар. Ике яҡтан да ҡапҡа асылманы.Иртәгәһен күршеләр бер үк мәлдә иртәнге сәй эсәләр ине.

Артабан уҡырға

Январь 1970
Сәлих Ваһапов

Саҡ Нурис ғәйепле.

Сатирик хикәйә

– Рәшит, – тине ҡатыным, мин эштән ҡайтып телевизор ҡарарға ултырғас, – һинең һөйәркәң бармы?– Ҡайҙан алдың уны? – тинем тамам аптырап. – Эштән ваҡытында ҡайтам, һәр ваҡыт эргәңдә булам...– Шулай ҙа, – ти был, – дөрөҫөн генә әйт әле!– Һин нәмә? Ундай уйҙар ҡайҙан килә?– Аптырар ерҙән аптырарһың: бөтәһенеке лә бар, ә һинеке – юҡ, имеш!..– Юҡ менән башыңды ҡатырма. Бер һине генә яратҡанымды беләһең дә. Әллә миңә ышанмайһыңмы?– Ышаныуын ышанам, – ти минең ҡатын күңеле төшөп

Артабан уҡырға

Сентябрь 2016
Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА

Илһам ҡошо ҡанат ҡаға

Нажиә Заһир ҡыҙы – Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре, танылған әҙибә-сатирик.Уның үткән тормош сәхифәләрен байҡағанда, әлбиттә, оҙон ғүмер ки­сергәне, төрлөһөн күргәне, өс балаға – Германия күгендә һәләк булған Айсыуаҡ, тарих фәндәре кандидаты Ләйсән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Гөлфиәгә ғүмер бүләк иткәне иң тәүҙә иҫкә төшә.«Таныш булайыҡ» (1986), «Еҫле һабын» (1991), «Исемем матур икән» (1993), «Көндәш» (1996), «Тәҡдир» (2002), «Яҡты хыял» (2004), «Йәшәп ҡалырға кәрәк» (2006), «Алтын сылбыр» (2009), «Һуңғы осрашыу» (2014) ки­таптарын уҡыусылар яратып ҡабул итте. «Тәҡдир», «Йонсоу миҙгел», «Сә­фәр», «Һуңғы осрашыу», «Сатраш» ише повестар, күп хикәйәләр ижад итһә лә, 

Артабан уҡырға

agidel-rb.ru


Смотрите также

KDC-Toru | Все права защищены © 2018 | Карта сайта