Это интересно

  • ОКД
  • ЗКС
  • ИПО
  • КНПВ
  • Мондиоринг
  • Большой ринг
  • Французский ринг
  • Аджилити
  • Фризби

Опрос

Какой уровень дрессировки необходим Вашей собаке?
 

Полезные ссылки

РКФ

 

Все о дрессировке собак


Стрижка собак в Коломне

Поиск по сайту

Журнал башкортостан кызы тамлекас


Итле ризыҡтар » Башкортостан кызы

Итле ризыҡтар

Иттең файҙаһы һәм зыяны хаҡында бәхәстәр һуңғы йылдарҙа туҡтамай. Ни генә тиһәң дә, ит башҡорт аш-һыуында электән ҙур урын алып торған, бөгөн дә ул төп аҙыҡтарыбыҙҙың береһе булып ҡала. Ҡыштың һалҡынында ҡоротлап йылы һурпа эсеү, бишбармаҡ ашау ни тора!

Ташҡабаҡлы запеканка700 грамм үткәрелгән ит, 600 грамм ташҡабаҡ, 1-2 помидор, 1 баш һуған, 3 йомортҡа, 50 грамм сыр, тәменсә тоҙ, борос, тәмләткестәр, үҫемлек майы кәрәк.Һуғанды ваҡлап турайбыҙ ҙа, майлы табаға һалып, ҡыҙҙырып алабыҙ. Үткәрелгән итте ҡушабыҙ, ҡыҙҙырыуҙы дауам итәбеҙ. Тоҙ, борос, тәмләткестәр өҫтәп яҡшылап болғатабыҙ. Һыуынғас, йомортҡаны туғып ҡушабыҙ. Ташҡабаҡты нәҙек кенә итеп оҙонсалай ҡырҡабыҙ ҙа майлы табаның төбөнә теҙеп сығабыҙ. Тоҙ һибәбеҙ. Үткәрелгән итте һалабыҙ. Өҫтөн ташҡабаҡтың ҡалған өлөшө менән ҡаплайбыҙ. Сыр һәм помидор киҫәктәре менән биҙәйбеҙ ҙә 180 градусҡаса эҫетелгән мейескә ярты сәғәткә оҙатабыҙ. Мейестән алғас, бер аҙ ғына һыуынғанын көтәбеҙ ҙә, киҫәктәргә бүлеп, табынға бирәбеҙ.

Картуф һәм баклажан менән600 грамм һыйыр ите, 3 баклажан, 600 – 800 грамм картуф, 2 кишер, 1-2 татлы борос, 200 грамм сыр, 2-3 теш һарымһаҡ, 2 балғалаҡ әҙер гәрсис, 3-4 ҡалаҡ соя соусы, 4 ҡалаҡ ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, ҡара борос, киптерелгән райхан тәмләткесе, йәшел тәмләткес үләндәр кәрәк.Итте ҡоротоп турайбыҙ. Гәрсис, соя соусы, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, төйөлгән борос, иҙелгән һарымһаҡ һалып болғатабыҙ ҙа берәй сәғәткә ҡуйып торабыҙ.Баклажанды түңәрәкләп ҡырҡабыҙ ҙа, тоҙ һибеп, ултыртып торабыҙ. Ярты сәғәттән бүленгән һутын түгәбеҙ.Картуфты әрсейбеҙ ҙә түңәрәкләп киҫәбеҙ, райхан тәмләткесен, ҡаймаҡ һалып бутайбыҙ.Майланған табаға ҡатлап баклажан, шунан ҡырғыстан үткәрелгән кишер, артабан ит, картуф, тағы ла баклажан, ваҡ итеп туралған татлы борос һалабыҙ. Өҫтөнә ҡаймаҡ яғабыҙ ҙа ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибәбеҙ. Ҡурғаш (фольга) менән ябабыҙ, тик сырға тейҙермәйбеҙ. 180 градус эҫелектәге мейестә бер сәғәт бешергәс, ҡурғашын алабыҙ ҙа 20 минут тағы эҫе мейестә тотабыҙ. Табынға йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәп тәҡдим итәбеҙ.

Тәмле «оя»лар1 килограмм үткәрелгән иткә 1 кишер, 1 баш һуған, 10 йомортҡа, 4-5 киҫәк икмәк, 1 стакан һөт йәки һыу, тәменсә тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк.Үткәрелгән иткә һөттә йәки һыуҙа ебетелгән икмәк, ваҡ итеп туралған һуған, ҡырғыстан үткәрелгән кишер ҡушабыҙ. Тоҙ менән борос өҫтәп, 2 йомортҡа һытабыҙ ҙа яҡшылап бутайбыҙ. Итте 8 өлөшкә бүләбеҙ. Табаны майлайбыҙ. Үткәрелгән иттең һәр өлөшөн йомарлап табаға урынлаштырабыҙ. Урталарында соҡор яһайбыҙ ҙа һәр береһенә йомортҡа һытып һалабыҙ, тоҙ һибәбеҙ. 200 градус эҫелектәге мейестә 50 минут самаһы бешерәбеҙ. Быҡтырылған йәшелсәләр йә башҡа төрлө гарнир, соус менән тәмле була.

Тоҙло кәбеҫтәле щи700 грамм ит, 300 грамм тоҙло кәбеҫтә, 600 грамм картуф, 4 кишер, 1 баш эре һуған, 1 шәфәри йә ҡуянтубыҡ (бүтбүлдек, пастернак) тамыры, тәменсә тоҙ, борос, 1 лавр япрағы кәрәк.Итте 1,5 сәғәт бешергәс, алып турайбыҙ ҙа кире һурпаға һалабыҙ.Картуф турап һалабыҙ, ул 5 – 7 минут бешкәс, тоҙло кәбеҫтә ҡушабыҙ. 10 минуттан табала ҡыҙҙырылған кишер менән һуғанды өҫтәйбеҙ. Шәфәри йә ҡуянтубыҡ тамырын ваҡ итеп турап ҡушабыҙ, тоҙ, борос һалабыҙ ҙа әҙер булғансы бешерәбеҙ.

Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2017) һанында уҡығыҙ.

xn--80aab0anbugatmkc1ftcb.xn--p1ai

Йәшел тәғәм » Башкортостан кызы

Йәшел тәғәмТәбиғәт уяна. Баҡсаларҙа, ялан-ҡырҙарҙа витаминға бай йәшеллек ҡалҡып сыҡты. Оҙайлы ҡыштан һуң һағындырған танһыҡ ыумаслы балтырған ашы, ҡуҙғалаҡлы бәлеш... Йәшел үләндәрҙән төрлө ризыҡтарҙы ауыҙ итәйек, дуҫтар!

Бәпембәнән ҡайнатмаЯҙ һайын күҙҙе иркәләгән бәләкәс кенә ҡояш ярсыҡтары – бәпембәнең бар өлөшө лә ашарға яраҡлы. Яҙғы йәш япраҡтарын турамаға ҡулланалар, тамырын киптереп файҙалы эсемлек әҙерләйҙәр, сәскәһенән ҡайнатма эшләйҙәр. Ул һаулыҡты нығытып, ауырыуҙарға ҡаршы тороу көсөн арттыра, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, бауырҙы, бөйөрҙө таҙарта, быуындарҙы дауалай. Үлән-үҫемлектәрҙе юлдан, завод-фабрикаларҙан алыҫ урында йыйырға кәрәк. Сәскәләрҙе ҡояшлы көндә өҙөү яҡшыраҡ.

Беренсе ысул200 бөртөк бәпембә сәскәһе, 750 грамм шәкәр, 1 лимон, ярты литр һыу кәрәк.Сәскәләрҙе һабағын ҡалдырмай ҡырҡып алабыҙ. Ағып торған һыу аҫтында йыуабыҙ ҙа һарҡытабыҙ. Эмалле кәстрүлгә һалып, ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң утын кәметәбеҙ ҙә тағы 10 минут тотабыҙ, ағас ҡалаҡ менән болғатып торабыҙ. Уттан алғас, бер көнгә ошо килеш ултыртып ҡуябыҙ (тиҙ кәрәк булғанда, 20 минут самаһы мөмкин). Шунан 2 ҡат марля аша һөҙәбеҙ ҙә шәкәр, ваҡ ҡына итеп туралған лимон ҡушабыҙ. Шәкәре иреп бөткәс, талғын ғына утта 20-30 минут ҡайнатабыҙ. Эҫе килеш стерилләнгән банкаға һалып, ҡаплап ҡуябыҙ.

Икенсе ысул300 грамм сәскәгә 1 килограмм шәкәр, ярты лимон, ярты литр һыу, 2 бөртөк ҡәнәфер тәмләткесе, 4-5 ҡарағат япрағы, 2 һабаҡ мелисса үләне кәрәк. Ҡарағат япрағы урынына сейәнекен йә ҡурай еләгенекен һалырға, цитрустарҙың ҡабығын, имбирь, ванилин, дәрсен (корица), кардамон кеүек үҙегеҙ яратҡан тәмләткестәрҙе өҫтәргә лә мөмкин.Һыу менән шәкәрҙән сироп ҡайнатабыҙ. Йыуып ҡоротолған сәскәләрҙе ҡушабыҙ ҙа 15 минут утта тотабыҙ. Лимон һуты, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ ҙә тағы 5 минут ҡайнатабыҙ. Һөҙөп, стерилләнгән банкаларға һалабыҙ.

Өсөнсө ысулБәпембә сәскәһе менән балды һәр кем үҙе теләгәнсә миҡдарҙа ала.Бәпембә сәскәләрен йыуып киптерәбеҙ ҙә таждарын ғына алабыҙ, йәшел өлөшөн ҡырҡып ташлайбыҙ. Шунан блендер йәки ит турағыстан үткәрәбеҙ ҙә банкаға һалабыҙ. Өҫтөнә шыйыҡ бал ҡоябыҙ.

Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.М. ҒАРИФУЛЛИН фотоһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2017) һанында уҡығыҙ.

xn--80aab0anbugatmkc1ftcb.xn--p1ai

Табын йәме – бауырһаҡ » Башкортостан кызы

Табын йәме – бауырһаҡ«Бауырһаҡ» тигәс тә һәр кемдең ауыҙына бала саҡтан таныш бер тат киләлер. Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәгендә был милли ризығыбыҙҙы әҙерләүҙең үҙенсә ысулы һаҡланған – журналыбыҙҙы яратып уҡыған әхирәттәребеҙ үҙ еренә хас булған, әсәй-өләсәйҙәренән отоп алған бешереү ысулын яҙып ебәрһә, бик шат булыр инек. Ә бөгөн беҙҙе Өфө районы Чесноковка ауылында йәшәүсе хужабикә Эльмира ҒӘЛИЕВА һыйлай.

Бауырһаҡ өсөн 10 йомортҡа, 800 грамм он, тоҙ, шәкәр, аш содаһы, аш һеркәһе, үҫемлек майы, ҡаҙ майы, сиропҡа шәкәр, бал кәрәк. Тәүҙә йомортҡаны туңдырабыҙ, шунан иретәбеҙ. Ҡамыр баҫыр алдынан ондо ике тапҡыр иләйбеҙ – шулай иткәндә ҡамырыбыҙ болоттай ҡабарып торор. Йомортҡаға семтеп кенә тоҙ, шәкәр һалабыҙ, балғалаҡтың 1/3 өлөшөндәй генә аш содаһын аш һеркәһендә һүндереп өҫтәйбеҙ. Ондо аҙ-аҙлап ҡына ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Һуҙылып торғансы, ҡулға йәбешмәй башлағансы баҫабыҙ, ун биш минут самаһы үтеп китә. Шунан ҡамырҙы ярты сәғәткә «ял итергә» ултыртып торабыҙ.Табын йәме – бауырһаҡ

Ҡамырҙы аҙлап алып, таҡтала тәгәрәтә-тәгәрәтә бау кеүек һуҙабыҙ, шунан 2-3 сантиметр ҙурлыҡ киҫәктәргә ҡырҡып, бауырһаҡ эшләйбеҙ. Бауырһаҡ бешереү өсөн Эльмира ҙур алюмин табаҡ тотона. Уға 1 литр таҙартылған (рафинирланған) май, ярты стакан таҙартылмаған май, 3 ҡалаҡ ҡаҙ майы, ярты стакан һыу һала. Ҡайнап сыҡҡанын көтмәйбеҙ, йылынғас, бауырһаҡтарҙы төшөрәбеҙ. Ҡайнап торған майға һалһаң, бауырһаҡ ярыла. Шуның өсөн дә икенсегә бешерер алдынан майҙы бер аҙ һыуытып алабыҙ, кәрәк икән, тағы ла май өҫтәйбеҙ. 10 – 15 минут самаһы бешерәбеҙ, әленән-әле болғатып торабыҙ. Табын йәме – бауырһаҡ
Бауырһаҡтарҙы һөҙгөс менән һөҙөп, артыҡ майы аҡһын өсөн иләккә һалабыҙ. Ул арала сироп әҙерләйбеҙ. Бының өсөн бер стакан шәкәргә ярты стакан һыу ҡушып, 10 минут самаһы ҡайнатабыҙ. Һүндергәс кенә 3-4 ҡалаҡ бал өҫтәйбеҙ. Бауырһаҡтарҙы ошо сиропҡа һалып бутайбыҙ һәм тәрилкәгә өйөп теҙәбеҙ. Вафлянан эшләнгән сәскәләр, ваҡ кәнфит менән биҙәйбеҙ.

«Бауырһаҡ» тигәндә күңелле байрам, туй табыны, өй тулы ҡунаҡ күҙ алдыма баҫа, – ти Эльмира. – Ҡунаҡ йыймағанда ла, өҫтәлгә был тәмлекәс ултырһа, йорт байрамса төҫ ала, бер-береңә йылы һүҙ һөйләге, балаларҙы ла иркәләге генә килеп тора. Улар ҙа магазинда һатылған тәм-томға ҡарағанда халҡыбыҙҙың файҙалы, тәмле ризыҡтарын өҫтөнөрәк күрә». Өлкәне – Гүзәл ҡыҙы – әсәһенең уң ҡулы, кәңәшсеһе, улдары Арыҫлан менән Урал да әсәйҙең татлы аштары менән нығынып, уның наҙлы ҡарашын, аталары Илһамдың иңен тойоп, һәр яҡтан ҡурсаулы булып, өй йылыһында буй еткереп килә. Тамағы туҡ, күңеле бөтөн баланың киләсәге өмөтлө, тигән фекерҙә әсә.

Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.Александр ДАНИЛОВ фотолары.

xn--80aab0anbugatmkc1ftcb.xn--p1ai

«Ҡыҙыл бәрхәт» » Башкортостан кызы

«Ҡыҙыл бәрхәт»«Ҡыҙыл бәрхәт» – тәме менән күптәрҙең күңелен яулаған, баҙыҡ төҫө күҙҙе ҡамаштырған, байрамдарҙа өҫтәлде биҙәгән торт ул. Бөгөн бөтә донъя хужабикәләре уны яратып бешерә. Был тортты беҙгә Өфө районы Шамонин ауылында йәшәүсе Гөлшат ДӘҮЛӘТШИНА әҙерләп күрһәтте.

Ҡамыр өсөн 250 грамм он, 120 грамм аҡ май, 300 грамм шәкәр, 2 йомортҡа, 1 стакан ҡатыҡ, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ какао онтағы, 1 балғалаҡ ҡамыр күперткес, 1 балғалаҡ ванилин, 2 ҡалаҡ шыйыҡ аш-һыу буяғысы, 1 балғалаҡ аш содаһы, 1 балғалаҡ аш һеркәһе кәрәк.

«Ҡыҙыл бәрхәт»Он менән бергә ҡамыр күперткесте, тоҙҙо, какао онтағын ҡушып иләйбеҙ. Бүлмә йылыһында йомшарған аҡ майҙы миксер менән 1-2 минут болғатабыҙ, шәкәр һалып, күпергәнсе туғыйбыҙ. Берешәрләп йомортҡа һытабыҙ, ванилин, аш-һыу буяғысы ҡушабыҙ. Миксерҙың тиҙлеген кәметеп, аҙ-аҙлап он, ҡатыҡ өҫтәй барабыҙ. Соданы аш һеркәһе менән һүндереп һалабыҙ ҙа яҡшылап болғатабыҙ.

Мейесте 175 градусҡаса эҫетәбеҙ. Табаға аҡ май яғып, пергамент йәйәбеҙ. Ҡамырҙы, өс өлөшкә бүлеп, мейестә бешереп алабыҙ. Торт йәймәләрен (корждарҙы) табала килеш һыуытабыҙ.

«Ҡыҙыл бәрхәт» өсөн ҡуйы крем әҙерләнә. 100 грамм 33 процентлы һөт өҫтө, 70-80 грамм шәкәр онтағы, 400 грамм эремсекле сыр талап ителә.Һөт өҫтө лә, сыр ҙа һалҡын булырға тейеш. Һөт өҫтөн тотороҡло хәлгә еткәнсе яҡшылап туғыйбыҙ. Артабан шәкәр онтағын ҡушып, туғыуҙы дауам итәбеҙ. Эремсекле сырҙы һалабыҙ ҙа, миксерҙы иң түбән тиҙлегенә ҡуйып, һәйбәтләп болғатабыҙ. Бындай крем еңел яғылыуы, формаһын тотоуы менән уңайлы.Араһына крем яғып, йәймәләрҙе ҡатлап теҙәбеҙ. Барыһын урынлаштырып бөткәс, тортты тулыһынса крем менән ҡаплап тигеҙләйбеҙ. Өҫтөн, тирә-яғын еләк-емеш менән биҙәйбеҙ.

Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.Гөлшат ДӘҮЛӘТШИНА фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2017) һанында уҡығыҙ.

xn--80aab0anbugatmkc1ftcb.xn--p1ai

Алһыу Бәхтиеванан татлы тәғәм » Башкортостан кызы

Алһыу Бәхтиеванан татлы тәғәмБашҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Алһыу Бәхтиева театрҙа тыуҙырған образдары, моңло тауышы менән тамашасыларҙы әсир итә. Сая, уңған, булдыҡлы, ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр егәрле хужабикә лә ул үҙе!

«Хәҙер төрлө сығанаҡтар күп, ә элек гәзит-журналда сыҡҡан һәр рецепт ҙур хазинаға торошло, уны ҡәҙерләп кенә ҡырҡып, махсус дәфтәргә йәбештерә бара, бер-беребеҙҙән яҙып ала инек, – тип һөйләй актриса. – Ашханала ятыраҡ турама күрһәм, алам да нимәләрҙән торғанын ҡарайым. Өйгә ҡайтып, иҫкә төшөрөргә лә эшләп һыйланырға ҡала». Күҙәтеүсәнлек, тәүәккәллек, хатта юҡлыҡ та күп нәмәгә өйрәтә шулай! Бөгөн иһә Алһыу Бәхтиева егәрле хужабикә булып танылған. Ҡамыры уңмағанда ла әсәһе бер ҡасан да ҡырын һүҙ әйтмәй, «борсолма, ана, малдарға һал да яңынан эшлә, өйрән», тиер була. Эш белгән кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, тигәнде һеңдереп үҫтерәләр. Икмәк уңһын өсөн мейескә күпме утын яғырға, самауыр ҡайнатырға, ҡош-ҡорт йә мал салғанда уның эсәк-ҡарынын эшкәртергә – ғөмүмән, ауыл тормошоноң бөтә нескәлектәрен белеп үҫә улар. «Беҙ бит һис ниндәй уңайлығы булмаған, газһыҙ-һыуһыҙ ауыл өйөндә үҫкәнбеҙ. Утынын индер, һыуын ташы, малын ҡара... күмәк балалы хужалыҡта һәр кемдең үҙенә бүленгән бурыстары бар. Атайым менән әсәйемә рәхмәтлемен – нимәгә тотонһаҡ та, хуплап торҙолар, етешһеҙлектәребеҙ өсөн әрләп, ҡанаттарыбыҙҙы ҡайырманылар. Нимәлер килеп сыҡмаһа, баш эйеп ҡайғырып ултырмаҫҡа өйрәттеләр», – тип хәтерләй йырсы. Бөгөн Алһыу Бәхтиева уҡыусыларыбыҙға татлы бәлеш бешерергә өйрәтә.

Шафталынан (персик) бәлешҠамыр өсөн 250 грамм аҡ май, 1 йомортҡа, ярты стакан шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ аш содаһы, 1-2 ҡалаҡ һыу, он; эслеккә ярты килограмм шафталы емеше, 500 грамм ҡаймаҡ, 1 йомортҡа, 6 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ он, 1-2 ҡалаҡ крахмал йәки кеҫәл кәрәк.

Бүлмәлә тороп йомшарған аҡ майға шәкәр, тоҙ, аш содаһы һалабыҙ, йомортҡа һытабыҙ, һыу өҫтәйбеҙ. Кәрәк тиклем он алып, ҡамыр баҫабыҙ ҙа һалҡын урынға ҡуйып торабыҙ. Шунан алып ярты сантиметр ҡалынлығында йәйәбеҙ ҙә табаға һалабыҙ. Шыйыҡ эслек ағып сыҡмаһын өсөн, ситтәре күтәрелеберәк торһон. Алһыу Бәхтиеванан татлы тәғәмШафталыны йыуып ҡырҡабыҙ. Табалағы ҡамырға крахмалды һибәбеҙ, шунан тигеҙ ҡалынлыҡта емеште һалып сығабыҙ. Ҡаймаҡҡа шәкәр, он, йомортҡа һалып, яҡшылап болғатабыҙ һәм шафталы өҫтөнә ҡоябыҙ.160 – 180 градус эҫелектәге мейестә 15 – 20 минут бешерәбеҙ. Мейестән алғас, һыуынғансы тотоп торабыҙ.

Бәләкәстәргә печеньеОшо уҡ ҡамырҙан печенье бешерһәң, балаларға телеңде йоторлоҡ ризыҡ була. Бының өсөн ҡамырҙы шулай уҡ 0,5 – 1 сантиметр ҡалынлығында йәйеп, печенье формаһы йә ябай стакан менән түңәрәктәр ҡырҡабыҙ ҙа 160 – 180 градус эҫелектәге мейестә 15 – 20 минут бешереп алабыҙ. Өҫтөнә шәкәр һибергә мөмкин. Биҙәүҙең тағы бер ысулы шулай: шоколадты быуҙа иретәбеҙ, печеньеларҙы шунда манып алып киптерәбеҙ. Түңәрәктәрҙе яртылаш манһаң, «бер бите – ай, икенсеһе – ҡояш» печенье килеп сыға. Йә шыйыҡ шоколадты ҡалаҡ менән алып, печеньеға төрлө һүрәттәр төшөрөргә, нимәлер яҙырға ла була. Балаларға шулай бигерәк оҡшай.«Бындай ҡамыр менән әллә нисәмә төрлө бәлеш бешереп була, – ти Алһыу Бәхтиева. – Эслеккә ҡарағат та, еләктең бар төрөн дә, алманы ла, сейә йә ҡара емеште лә һалырға була. Тағы ла ҡайнатма, повидло ҡулланырға ла мөмкин. Ә инде өйҙә бер ниндәй ҙә емеш-еләк юҡ икән, эремсекте тотонам – телеңдә иреп кенә торған сметанник килеп сыға. Саҡ ҡына артып ҡалһа, ҡамырҙы туңдырғысҡа һалып ҡуям. Икенсе ваҡыт уны алып, ҡырғыстан үткәрәм дә бәлеш өҫтөнә һибәм. Ул кетерләп кенә тора, алһыу ғына булып бешә, күрер күҙгә лә иҫ киткес матур була».

Аш-һыуға бәйле ҡыҙыҡлы хәлТалантлы актрисаның һәр саҡ көр күңелле, шаян, йор һүҙле булыуын эргәһендәгеләр белеп бөткән. Төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәргә лә тарып ҡуйғаны бар икән. «Сибай театрында эшләгәндә төшкө ашҡа өйгә ҡайтабыҙ. Ағайым колхозда эшләй, хужалыҡҡа кәрәк-яраҡ йүнләү, нимәлер алып ҡайтыу өсөн йыш килә. Шунда беҙгә туҡталмай үтмәй. Мин, әлбиттә, уны һәр саҡ бары менән һыйлап, туйҙырып ебәрәм. Бер саҡ көтмәгәндә генә ике ауылдашым менән килеп инделәр. Мин ғаиләмде ашатып, эшкә китергә йыйынғанмын. Алда шундай бурыс килеп тыуҙы: асығып ингән өс ирҙе йәһәт кенә туйҙырып, эшкә һуңламай барып етергә. Төшкө аштан совет заманында булған эре туҡмас бик аҙ ғына ҡалғайны. Шаҡмаҡлы әҙер һурпа­ларҙың сыҡҡан ғына мәле ине, ҡыҙыҡ күреп алған бер нисә шаҡмаҡ ята. Шуны һалып һурпа иттем, теге туҡмасты өҫтәнем, тағы ла нимә­ләрҙер ҡуштым... Йәшел үләндәр менән тәҡдим иткән аштан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. «Бик тәмле булды, нисек атала ул?» – тип һорайҙар. «Был француз ашы, «мэтығғын» тип атала», – тинем. Ағайым ҡайтып һөйләһә, еңгәм шунда уҡ аңғарып алған: «Мә, тығын» тип әйткән бит һеҙгә Алһыу», – тигәненә аҙаҡ тәгәрәп ятып көлгәндәр. Тик ағайым был хәл тураһында онотмаған, күрәһең. Бер нисә йылдан күмәкләп бесән эшләп йөрөйбөҙ. Ағайым икмәк өҫтөнә яланда табылған ашарға яраҡлы үләндәрҙе, еләктәрҙе күп итеп йыйып һалған да миңә һуҙа: «Теге саҡта француз ашы ашатҡайның беҙгә, эй, тәмле булды. Бына һиңә яуап итеп «тыҡшырын» тигән бутерброд әҙерләнем әле». Теге хәлде иҫкә төшөрөп, тағы ла күмәкләп көлөшөп алдыҡ», – тип һөйләй актриса. Маһир йырсынан өлгө алып, көҙгө ямғырлы көндәрҙә лә төшөнкөлөккә бирелмәй, сәләмәтлегебеҙҙе хәстәрләп, йылы һүҙ менән яҡындарыбыҙҙың күңелен күтәреп, ғаиләбеҙҙе тәмле-татлы ризыҡтар менән ҡыуандырайыҡ!

Гөлшат ҠУНАФИНА.Александр ДАНИЛОВ фотолары.

xn--80aab0anbugatmkc1ftcb.xn--p1ai

Һаҡал » Башкортостан кызы

ҺаҡалМилли кейем һәм аксессуарҙар оҫтаһы Асия ҒӘЙНУЛЛИНА бөгөн журнал уҡыусыларыбыҙға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының зиннәтле биҙәүесе – һаҡал эшләргә өйрәтә.

Был биҙәүес өсөн ҡыҙыл драп, буҫтау йә кешмир туҡыма, киндер туҡыма, мәрйен (йә ҡыҙыл төҫтәге сәйлән), тәңкәләр, ҡортбаштар, көмөш йә тимер сынйыр киҫәктәре, аҫылташлы биҙәүестәр, еп кәрәк.

Һаҡалдың нигеҙен тегер өсөн ҡыҙыл туҡыманан шаблонға ярашлы рәүештә аҫтын түңәрәкләтеп ҡырҡабыҙ. Ҡайһы ырыуҙарҙа, мәҫәлән, ҡатайҙарҙа, аҫҡы яғы түңәрәкләнмәй, төҙ килеш ҡала. Артҡы яғына ҡатлап ныҡлы киндер туҡыма тегәбеҙ, бының өсөн киндер тоҡто ҡулланырға ла була.

Яурынға тиклем өҫкө өлөшөн ике төрлө башҡарырға мөмкин. Шул уҡ тауарҙан таҫма тегеп, елкә аша үткәрәбеҙ ҙә бер яғына элмәк ҡуябыҙ. Икенсе төрлөһө шулай: үңәс аҫтынан түңәрәкләтеп яға эшләнә, яғаның аҫҡы яғы төп өлөшкә тоташтырыла, елкә тапҡырында төймәгә эленә.

Аҫҡы (төп) өлөшөн ситтән 3-4 ҡат ҡыҙыл мәрйен менән уратабыҙ. Аҫтан, йыуан еренән, әйләндереп сынйыр ҡуябыҙ. Артабан 1-2 ҡат мәрйен менән үтәбеҙ. Үңәс аҫтына ла сынйыр өҫтәлә. Ҡортбаш менән тәңкәләрҙе баҫҡандан һуң, 3-4 ҡат мәрйен менән үтәбеҙ. Ошо ерҙә тағы бер ҡат сынйыр беркетергә мөмкин.

Аҫҡы өлөшөнөң эсе тотошлай тәңкә менән тултырыла. Өҫкө өлөшөнә йә иһә уртаһына аҡыҡлы биҙәүестәр ҡуйырға була.

Икенсе вариант. Сынйырлап үткәс, мәрйен беркетеп сығабыҙ ҙа бер буй тәңкә баҫабыҙ. Шунан 3-4 буй сәйләнләп сығабыҙ. Эске өлөшөн тотошлай тәңкә менән тултырабыҙ.

Өсөнсө вариант. Өс ҡат мәрйен менән үткәс, ошонда уҡ тәңкә элеп, өҫтән ҡортбаштар баҫабыҙ. Эске яғын тотошлайы тәңкә менән тултырабыҙ. Өҫтә аҡыҡлы биҙәүестәр йә тотошлайы менән тәңкәләр ҡуйыла. Ҡатай, юрматы, балаҡатай ерлегенә ошолай хас.

Үҫәргән, ҡыпсаҡ, бөрйән ырыуҙарының һаҡалында селтәр булырға тейеш. Ул трапеция рәүешендә, өҫкө йә аҫҡы өлөшөндә урынлаша. Ошонда уҡ аҫылташлы көмөш биҙәүес тә беркетелә.

Һаҡалдың һәр төрө лә тирәләп селтәрле көмөш (тимер) шарҙар (оҙонса шар булыуы ла мөмкин) аралаш түңәрәк рәүешендәге аҫылташтар (аҡыҡ, зөбәржәт, ай ташы, фирүзә, гәлсәр, нефрит) менән биҙәлә. Бының өсөн таштың уртаһынан епте сығарабыҙ ҙа мәрйен аша үткәрәбеҙ һәм, тағы ла таш аша сығарып, нығытып ҡуябыҙ. Араларын 1-2 бармаҡ ҡалынлығы ҡалдырырға мөмкин, шарҙар менән тотошлай һаҡалдың ситен ҡапларға ла була.

Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.

xn--80aab0anbugatmkc1ftcb.xn--p1ai

«Икәүҙе ҡауыштырыу – Хоҙай эше» » Башкортостан кызы

«Икәүҙе ҡауыштырыу – Хоҙай эше»

«Яңғыҙлыҡ – татылмаған наҙ, кисерелмәгән шатлыҡтар, күҙ йәше менән ҡаршы алған байрамдар, йәнеңде бирерҙәй булып көткәндә мәңгегә өҙөлгән өмөттәр генә түгел, тыумай ҡалған балалар, юғалған йәшәү мәғәнәһе лә». – Меңдәрсә кешеләр араһында үҙ насибын эҙләүселәргә ярҙамлашыуҙы тәҡдире тип ҡабул иткән, йөҙҙән ашыу парҙы ҡулдарынан тотоп, бәхет ҡапҡаларына илткән Әлфиә Ишморат ҡыҙы Килмөхәмәтова шулай ти. Ғүмерен матбуғатҡа арнаған билдәле ҡәләмдәшебеҙ ул, оҙаҡ йылдар Ғафури районының «Табын» гәзитендә яуаплы секретарь, баш мөхәррир, артабан Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығында баш белгес булып эшләгән. Тап журналист ҡыҙыҡһыныусанлығы, тынғыһыҙ йөрәге сәбәпсе була ла инде димселек менән шөғөлләнә башлауына.

…Әлфиә Ишморат ҡыҙын, димсе булараҡ, тар даирәлә белеүҙәренең сере шунда: ҡайһы бер яусылар кеүек реклама биреү түгел, үҙе хаҡында ҡысҡырып һөйләп йөрөгәндәрен дә яратмай. Мәҡәләне яҙыуға ла абруйлы ғаилә баҫмаһын яратып уҡыусыларға ихтирам йөҙөнән генә ризалашты. «Икәүҙе ҡауыштырыу – Хоҙай эше, мин бары тик ярҙамсы, – тип ҡабатлай ул. – Бәхеткә шау-шыу түгел, тынлыҡ төҫ». Башлыса таныштары тәҡдим иткән кешеләр менән эшләүенең дә сәбәбе бар – осраҡлы, ҡайғы һалырҙай әҙәмдәр яҡынламауына үҙенә күрә ышаныс был.

Әлфиә ханымдың эш үҙенсәлеге нимәлә? Ул, никах агентлыҡтарынан айырмалы рәүештә, картотека алып бармай, анкета тултыртмай, ә һәр мөрәжәғәт итеүсене күңел һандығында тота: «Икенсе яртыңды альбомдағы фотолар буйынса һайларға әйбер һатҡан баҙарҙа түгелбеҙ ҙә баһа». Ҡылдай нескә, һаҡлыҡ талап иткән был эштә бары тик йылдар буйы тупланған бай тәжрибәһенә, эске һиҙемләүенә таяна, йөрәк тауышын тыңлай. «Кеше ишектән инеү менән күҙ алдына хәтеремдә һаҡланыусы берәү килеп баҫа: «уға тиң йәр шул!»

Әҙәм балаһының берәүгә кәрәкле, ҡәҙерле булыуын тойоуы зарур – тәбиғәттән һалынған был ихтыяж ҡәнәғәтләндерелмәй икән, ул үҙен бүтәндәрҙән кәм һиҙә башлай, йомола. Ә бәхет асыҡ йөрәкте үҙ итә бит, – ти Әлфиә ханым. – Ябыҡ ҡабырсаҡтай күңелде асыу өсөн ҡат-ҡат күрешеп, өсәр-дүртәр сәғәт һөйләшәбеҙ. Баҡһаң, йоҙаҡҡа бикләп ҡуйылған иң күркәм сифаттарын балҡытырға кешене бары тик яратып, ипләп кенә тыңлау кәрәк, проблеманан сығыу юлын, яңғыҙлыҡ сәбәбен үҙе табасаҡ…

…Яңыраҡ ҡына таныштырған бер егет менән ҡыҙҙың тарихын бәйән итеүе иһә – мөхәббәттең мөғжизәүи, мәңге асылмаҫ сер булыуына ишара: «Улар бер-береһе өсөн тыуған кеүек, төҫ-ҡиәфәте, тотоштары, бер өлкәлә эшләүҙәре, хатта ҡыҙыҡһыныуҙары менән шул тиклем тап киләләр ине. Кисәлә айырыла алмай һөйләшеүҙәрен күреп, бына тағы бер пар бәхетле, тип ҡыуандым. Иртәгәһен егеттең шылтыратыуы иһә шаҡ ҡатырҙы: «Уның менән иҫ киткес рәхәт. Ул миңә һеңлем кеүек яҡын. Тик мин мөхәббәт көтәм...» Егеттең артабанғы яҙмышы иһә һөйөү ҡошоноң сыбар йөрәктәргә – түҙемһеҙҙәргә түгел, ышанып, сабыр итеп көтә белеүселәр иңенә ҡуныуын ҡеүәтләй...»

Альмира КИРӘЕВА.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2017) һанында уҡығыҙ.

xn--80aab0anbugatmkc1ftcb.xn--p1ai


Смотрите также

KDC-Toru | Все права защищены © 2018 | Карта сайта